Үлмәй торған кеше
1760 йылда мадам де Помпадурҙың һарайында үткән байрамда бер оло йәштәге графиня ҡапыл туҡтап ҡала. Ул халыҡ араһында таныш кешене күрә.
Ул был кешене 50 йыл элек, 1710 йылда, Венецияла осратҡан була. Ул саҡта граф Сен-Жерменгә яҡынса 45 йәш булған. Бай, белемле һәм бик аҡыллы кеше булып күренгән.
Ә хәҙер, ярты быуат үткәс тә, уның алдында шул уҡ кеше баҫып тора. Йөҙө лә, кәүҙәһе лә, йәше лә үҙгәрмәгән кеүек.
Графиня уға яҡын килеп:
— Мин Венецияла һеҙҙең атайығыҙҙы белә инемме? — тип һорай.
Граф йылмайып:
— Юҡ, ханым. Ул ваҡытта һеҙҙең менән үҙем таныш инем, — тип яуап бирә.
— Был мөмкин түгел! Ул кеше лә кәмендә ҡырҡ биш йәштәр тирәһендә ине бит! — тип аптырай графиня.
— Мин бик ҡартмын, — ти граф.
Шунан һуң ул халыҡ араһына инеп юҡҡа сыға.
Был ваҡиға Париж буйлап тиҙ тарала.
Философ Вольтер, ғәҙәттә төрлө хөрәфәттәрҙе көлкөгә ҡалдырһа ла, Сен-Жермен тураһында:
«Бер ҡасан да үлмәй торған һәм бөтәһен дә белгән кеше», — тигән.
Ә Джакомо Казанова үҙенең яҙмаларында графтың:
үҙенә өс йөҙ йәш булыуын,
бөтә ауырыуҙарҙан дауалай торған дарыу белеүен,
тәбиғәт серҙәрен үҙләштереүен һөйләгәнен яҙып ҡалдырған.
Сен-Жермен графы кем булған?
1740-сы йылдарҙа Сен-Жермен Европа юғары йәмғиәтендә күренә башлай.
Уның байлығы бик ҙур була, ләкин аҡсаһының ҡайҙан килеүен бер кем дә белмәй.
Ул күп телдәрҙә акцентһыҙ һөйләшкән, тарихты үҙ күҙҙәре менән күргән кеүек һөйләгән.
Бынан тыш ул:
оҫта скрипкасы булған;
көйҙәр ижад иткән;
рәсем төшөргән;
алхимия менән шөғөлләнгән.
Ҡайҙа ғына бармаһын, ул үҙенең лабораторияһын ойошторған.
Байҙар ойошторған табындарҙа ул бер ҡасан да ашамаған, әммә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған.
Сен-Жермен төрлө исемдәр аҫтында сәйәхәт иткән. Шуға күрә уның ҡайҙан килеүен бер кем дә аныҡ әйтә алмаған.
Инглиз сәйәхәтсеһе Гораций Уолпол былай тип яҙған:
«Үҙен Сен-Жермен графы тип танытҡан сәйер кеше. Ул үҙенең ҡайҙан булыуын әйтмәй. Йырлай, скрипкала уйнай, музыка яҙа. Кемдер уны итальян, икенселәре испан, өсөнсөләре поляк тип иҫәпләй. Хатта Мексикала бай ҡатынға өйләнеп, уның хазинаһын алып ҡасҡан тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй.»
Франция короле Людовик XV Сен-Жерменгә ныҡ ышанған.
Ул графты башҡалар белмәгән йәшерен дипломатик миссияларға ебәргән.
1760 йылда Сен-Жерменды Һигеҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында Гаагаға йәшерен һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ебәрәләр.
Был хаҡта Францияның сит ил эштәре министрлығы белеп ҡалғас, графҡа Франциянан китергә ҡушалар.
Сен-Жермен ҡаршылашмай.
Ул Рәсәйгә юллана һәм унда Салтыков графы исеме менән күренә.
Рәсәйҙә нимә булған?
1762 йылда Сен-Жермен Санкт-Петербургҡа килә.
Ул ваҡытта Рәсәйҙә ҙур үҙгәрештәр әҙерләнгән була.
Император Петр III халыҡҡа оҡшамай, ә уның ҡатыны Екатерина Орловтар ярҙамында дәүләт түңкәрелеше әҙерләй.
Франциянан ҡыуылғандан һуң Сен-Жермен йәшеренеп йөрөмәй.
Киреһенсә, ул Орловтар янына барып сыға.
Һарай баҫып алынғас һәм Петр III тәхеттән төшөрөлгәс, Сен-Жермен инде ваҡиғалар уртаһында була.
Француз дипломаттары аптырап былай тип яҙған:
«Версалдән килгән был серле граф хәҙер Петербургта йөрөй һәм яңы императрица янына иркен инә.»
Артабан ул Германияға күсә.
Унда ун йыл самаһы төрлө кенәзлектәр араһында йөрөй һәм төрлө исемдәр менән йәшәй.
Бер урында ул граф Веллдон тип йөрөтөлә.
Ул кенәздәргә яһалма ебәк, күн һәм башҡа төрлө яңы матдәләр эшләү ысулдарын өйрәтә.
Лейпцигта масон ложаларына йөрөй, һәм күптәр уны Европалағы масондарҙың йәшерен селтәре менән бәйләй.
Әгәр ниндәй ҙә булһа кенәзгә матур бриллианттар, яңы туҡымалар йәки «йәшлек эликсиры» кәрәк булһа, Сен-Жермен уның һарайында лаборатория аса торған булған.
Казанова ла Сен-Жермен менән икенсе тапҡыр осрашҡас:
«Ул алдаҡсы түгел ине», — тип яҙып ҡалдырған.
Бер ваҡыт граф уға эсендә болот кеүек шыйыҡса булған быяла шешә күрһәткән.
Ул уны «тәбиғәттең универсаль рухы» тип атаған.
Шунан һуң Казанова күҙ алдында бер нисә ваҡ алмазды иретеп, уларҙан бер ҙур һәм саф таш яһаған, тип яҙған.
Һуңғы йылдары һәм үлеме
1770-се йылдар аҙағында Сен-Жермен үҙенә һуңғы яҡлаусы таба. Ул — Гессен-Кассель принцы Карл була.
Принц иҫке фабриканы һатып алып, уны лабораторияға әйләндерә.
Бер нисә йыл буйы улар бергә эшләйҙәр.
Унда яһалма аҫылташтар, буяуҙар һәм төрлө туҡымалар яһау юлдарын өйрәнәләр.
Һуңыраҡ принц Карл былай тип яҙған:
«Ул, бәлки, донъяла йәшәгән иң бөйөк аҡыл эйәләренең береһе булғандыр. Ул һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам итергә тырышты.»
Үлеме алдынан Сен-Жермен принцҡа үҙенең серен аса.
Ул үҙен Трансильвания кенәзе Франциск II Ракоциның улы тип атай.
Әйтеүенсә, бала саҡта уны Габсбургтарҙан һаҡлау өсөн йәшергәндәр.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Сен-Жермен 1784 йылдың 27 февралендә вафат була.
Принц Карл уның йөрәге туҡтап үлгәнен яҙып ҡалдырған.
Ләкин үлем тураһында яҙма төҙөгән рухани хатта:
«үҙен Сен-Жермен графы тип атаған кеше»
тип кенә яҙған.
Шуның өсөн дә уның ысын шәхесе тураһында бәхәстәр туҡтамаған.
Бер йыл үтеүгә үк төрлө имеш-мимештәр тарала.
Кемдер уны Париждағы масондар йыйылышында күргәнен һөйләй.
Тағы берәүҙәр, ул Францияла кешеләргә күренеүен дауам иткән, тип иҫәпләй.
Ләкин һуңыраҡ асыҡланыуынса, был ваҡиғаларҙың күбеһе ышаныслы дәлилдәр менән раҫланмаған.
Үлгәндән һуң да Сен-Жермен тураһында имеш-мимештәр туҡтамай
XIX быуат аҙағына ҡарай Сен-Жермен тураһында төрлө легендалар тарала.
Теософтар уны ябай кеше түгел, ә «Күтәрелгән Остаз» тип атай башлай. Улар уны меңдәрсә йылдар буйы кешелеккә йәшерен рәүештә юл күрһәтеүсе рухи зат тип иҫәпләй.
Елена Блаватская ла уны рухи донъяла осраттым, тип яҙған.
1930-сы йылдарҙа Америкала барлыҡҡа килгән «I AM» хәрәкәте Сен-Жерменды илаһи илсе тип иғлан итә. Улар уның исеменән төрлө китаптар, тәғлимәттәр һәм медитация дәрестәре тарата.
1972 йылда француз Ришар Шанфре үҙен Сен-Жермен графы тип белдерә.
Телевидение тапшырыуында ул хатта ҡурғашты алтынға әйләндергәнен күрһәтергә тырыша.
Ул ошо образда ун йыл йәшәй, ләкин 1983 йылда үҙ-үҙенә ҡул һала.
Бөгөн дә Сен-Жермен тураһында бәхәстәр дауам итә.
Уның тормошонда серле хәлдәр күп булғаны билдәле.
Ул Европа батшалары һәм императорҙары менән аралашҡан, төрлө илдәрҙә йәшәгән, күп телдәр белгән һәм һәр ваҡыт мөһим ваҡиғалар уртаһында булған.
Ләкин уның ысынлап та йөҙәрләгән йыл йәшәүе йәки үлемһеҙ булыуы тураһында ышаныслы тарихи дәлилдәр юҡ.
Шуның өсөн Сен-Жермен тарихта серле шәхес булып ҡала. Кемдер уны бөйөк аҡыл эйәһе тип иҫәпләй, кемдер һәләтле сәйәхәтсе йәки дипломат, ә кемдер уның тураһында тыуған легендаларға ғына ышана.
Бесәйҙең ҡарғышы бар, тиҙәр. Элек ышанмай инем, хәҙер уйға ҡалдым...
Минең менән күптән түгел ҡызыкта ҡыҙғаныс та хәл булды. Бесәйем һәр ваҡыт арттан эйәреп йөрөй: өйгә инһәм дә, сыҡһам да, муяулап эргәмдән китмәй. Ашарға ла һәр ваҡыт мул итеп һалам, һауыты буш тормай. Но шул эйәреп йөрөүе надоел булды бит бер мәл. Бер көндө эштән арып ҡайтҡан инем. Төштән һуң еще ҡунаҡтар килергә тейеш ине. Өйгә ингәндән бесәйем аяҡ аҫтына уралды. Шул тиклем асыуым килде, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым — тибеп ебәрҙем. Бесәй ситкә тайпылып китте лә, бик ҡыҙғаныс итеп миңә ҡарап ултырып ҡалды.
Икенсе көнөнә һыйыр һауып йөрөгәндә аяғым һыйыр типте. Нәҡ кисә бесәйгә типкән аяғыма. Быуыным сыҡҡан булып сыҡты. Күрше әбейгә барып, быуынды урынына ултыртып алдым. Әбейгә шул бесәй менән булған хәлде һөйләгән инем, ул миңә:
— Бүтән бесәйгә ҡул да, аяҡ та күтәрмә. Улар ҙа йән эйәһе. Рәнйештәре ауыр була, — тине.
Был осраҡ ябай ғына тура килеүме? Әллә... Шул көндән алып бесәйемә бер ҡасан да асыуланманым.
«Етем баланың күҙ йәштәре рәнйеш булып төштө...»
Разияға әсәһе үлгәндә ни бары бер йәш кенә тулып килгән була. Өләсәһе һөйләүенсә, әсәһен күршеләренең бәйҙән ысҡынған эте тешләгән.
Эт ҡоторған булғанмы-юҡмы — ул ваҡытта быны бер кем дә тикшермәгән. Әммә был хәлдән һуң хужаһы этен атып үлтергән. Ә Разияның егерме йәшлек әсәһе бер нисә аҙна буйы түшәктә хәлһеҙ ятып, һуңынан вафат булған. Ул ғаиләлә биш малайҙан һуң көтөп алынған берҙән-бер ҡыҙ бала булған.
Ошо ҡайғынан һуң Разияның өләсәһе лә йөрәк өйәнәгенән саҡ үлмәй ҡала. Бынан тыш, ҡыҙҙың атаһы ла ауылдан билдәһеҙ яҡҡа сығып китә. Шунан һуң уны бер кем дә күрмәй.
Разия өләсәһе Сәймә тәрбиәһендә үҫә, етемлек әсеһен тоймай ҙа тиерлек. Өләсәһе ҡайҙа барһа ла, уны үҙе менән йөрөтә, тәмле итеп ашата, матур итеп кейендерә.
Мәктәпте тамамлағас, Разия ҡалаға китеп тегеүсе һөнәренә уҡый. Һуңынан тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша. Шунда балалар йортонда үҫкән Сафа исемле егет менән таныша һәм уға кейәүгә сыға. Был хәбәргә өләсәһе бик шатлана.
Дөрөҫ, йәштәргә фатирҙы эшләгән урындары ун йылдан һуң ғына бирергә вәғәҙә итәләр. Башҡа мөмкинлектәре булмағас, улар үҙ йортонда йәшәгән таныштарының бер бүлмәһен ҡуртымға алып йәшәй башлайҙар.
Ете йыл бергә йәшәһәләр ҙә, Разияның балаһы булмай. Ул ҡайҙа ғына барып күренмәй, ниндәй генә табипҡа мөрәжәғәт итмәй. Ә ире Сафа бала тураһында бик хыяллана. Үҙе балалар йортонда үҫкәнгә күрә, бер нисә балаға атай булырға теләй.
Уның башына ҡатынын ташлап, икенсе ҡатынға өйләнеү уйы ла килмәй. Әммә ул балалар йортонан бер малайҙы уллыҡҡа алыу тураһында йыш уйлай. Разия иһә быны ишетергә лә теләмәй.
— Кеше үҙ балаһынан баш тартмай. Быны тик эскесе кешеләр генә эшләй ала. Араҡы иҫереклегендә тыуған бала миңә кәрәкмәй, — тип ҡырҡа яуап бирә.
Шулай итеп, ике йыл буйы бәхәсләшкәндән һуң ғына Сафа ҡатынын балалар йортона барырға күндерә ала.
Унда уларға ата-әсәһе юл фажиғәһендә һәләк булған, башҡа бер туғаны ла булмаған биш йәшлек Гүзәл исемле ҡыҙҙы күрһәтәләр.
Уларҙы күреү менән зәп-зәңгәр күҙле бәләкәй ҡыҙ:
— Әсәй! — тип Разияны килеп ҡосаҡлап ала. Тик Разия уға һалҡын ҡараш ҡына ташлап ҡуя. Бер ниндәй баланы оҡшатмай, улар кире ҡайтырға сығалар. Әммә ҡайтыр юлда юл-транспорт һәләкәтенә эләгәләр.
Сафаның ҡулы һәм бер нисә ҡабырғаһы һына. Разия үҙендә әллә ни ауыртыу һиҙмәгәс, «Ашығыс ярҙам» машинаһы менән дауаханаға бармай.
Ләкин икенсе көнөнә эсенең аҫ яғы ныҡ ауырта башлағас, табипҡа мөрәжәғәт итә. Шунда ул үҙенең йөклө икәнен белә.
Ошонан һуң балалар йорто ла, бәләкәй Гүзәл дә ир менән ҡатындың уйынан юғала. Улар үҙ сабыйҙарын ҡаршыларға әҙерләнә башлай. Фатир сираты ла яҡынлаша.
Разия балаһын бик ауырлыҡ менән таба. Тулғаҡ ике тәүлек дауам итә. Табиптар операция яһай ала ине, әммә:
— Үҙең табырға тырыш, — тип ризалашмайҙар.
Ниһайәт, ир бала донъяға килә. Әммә табиптарҙың һүҙе ата-әсәнең йөрәген телә:
— Баш мейеһе зыян күрмәгән. Әммә ул ҡулдарын да, аяҡтарын да, кәүҙәһен дә бер ваҡытта ла хәрәкәтләндерә алмаясаҡ. Был балаға ғүмер буйы тәрбиә кәрәк буласаҡ, — ти табип.
Сафа менән Разия өнһөҙ ҡала.
Разияның әсәлек йөрәге бер нәмәне аңлай: улар етем ҡыҙ Гүзәлдең күңеленә ауыр яра һалған. Ҡыҙҙың яңынан әсәй менән атай табыу өмөтөн үҙ ҡулдары менән емергәндәр. Киләсәккә булған ышанысын һүндергәндәр.
Разия үҙ-үҙенә:
— Был беҙгә йәтим баланың күҙ йәштәре һәм рәнйеше булып ҡайтты, — тип уйлай.
Ул ваҡытта Разияның өләсәһе әле иҫән була. Был хәлде ишеткәс, ул алыҫ ауылда йәшәгән бер мари ҡарсығына барып ҡайта.
Ҡарсыҡ:
— Һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың ҡыҙы йөрәгендә йәтим балаға урын таба алмаған, — ти.
Шунан һуң ул төрлө үләндәр һалынған киндер тоҡсай бирә һәм:
— Ошо үләндәрҙе төнәтеп, сабыйҙы шуның менән ҡойондороғоҙ, — тип кәңәш итә.
Бер йыл буйы Сафа менән Разия ҡарсыҡ әйткәндәрҙең барыһын да үтәй. Әкренләп баланың хәле яҡшыра башлай.
Бәхеттәренә күрә, Гүзәл шул ваҡытҡа тиклем балалар йортонда була әле.
Бөтә документтарын әҙерләп бөтөргәс, улар ҡыҙҙы үҙҙәренең яңы фатирына алып ҡайта.
Гүзәл Разияны ҡосаҡлап:
— Әсәй, һин мине башҡа бер ваҡытта ла ташлап китмәҫһеңме? — тип һорай.
Разия күҙ йәштәре аша ҡыҙҙы ҡосаҡлап:
— Ҡыҙым, мине ғәфү ит. Һин һәр ваҡыт минең иң ҡәҙерле ҡыҙым буласаҡһың. Йөрәгемдә һиңә һәр ваҡыт урын бар. Һине бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаясаҡмын, — ти.
Йөрәк туҡтағас та кеше ишетә аламы?
Испания һәм Бөйөк Британия ғалимдары ҡыҙыҡлы тикшеренеү үткәргән.
Йөрәге туҡтап, һуңынан тергеҙелгән 142 кеше экспериментта ҡатнашҡан. Уларҙың ҡайһы берҙәре клиник үлем ваҡытында ишеткән тауыштарын һуңынан иҫкә төшөрә алған.
Эксперимент ваҡытында пациенттарға ҡолаҡсындар аша төрлө тауыштар тыңлатылған. Берәүҙәргә тәбиғәт тауыштары, икенселәргә көйҙәр, ә өсөнсө төркөмгә шул уҡ көйҙәр осраҡлы тәртиптә яңғыратылған.
Реанимациянан һуң ғалимдар уларҙан ниндәй тауыштар ишетеүҙәре тураһында һораған.
Ҡайһы бер төркөмдәрҙә хәтерләү һөҙөмтәләре башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ булған.
Ғалимдар шулай уҡ мейенең кислород кимәлен, ҡан күрһәткестәрен һәм башҡа биомаркерҙарҙы тикшергән. Әммә был ғына бөтә һөҙөмтәләрҙе лә аңлатып бөтөрмәгән.
Шуға күрә тикшеренеү авторҙары клиник үлем ваҡытында мейелә әле өйрәнелеп бөтмәгән процестар булыуы мөмкин, тигән фекер белдергән.
Шулай ҙа был тикшеренеү аңдың тәндән айырым йәшәүен иҫбатламай. Ғалимдар үҙҙәре лә был тема буйынса тағы ла күберәк тикшеренеүҙәр кәрәклеген әйтә.
ПИК ДАМАҺЫ
Беҙ бәләкәй саҡта «Пик дамаһын саҡырып була» тигән һүҙҙәрҙе күп ишетә торғайныҡ. Өлкәндәр: «Ул уйын түгел, саҡырып ҡарамағыҙ», — тип киҫәтһә лә, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ көслөрәк ине.
Бер кис өс ҡыҙ мәктәптән һуң яңғыҙ ҡалдыҡ. Тәҙрәләрҙе ҡаплап, утты һүндереп, өҫтәл уртаһына бәләкәй генә шәм ҡуйҙыҡ. Бер иҫке көҙгөнө килтереп ултырттыҡ.
— Ҡурҡһағыҙ, хәҙер үк туҡтайыҡ, — тине беребеҙ.
— Юҡ, әйҙә аҙағына тиклем, — тине икенсебеҙ.
Өҫтөбөҙҙә ҡулға-ҡул тотоношоп, күҙҙәребеҙҙе йомдоҡ .
— Пик дамаһы, кил... Пик дамаһы, кил... Пик дамаһы, кил...
Башта бер ни ҙә булманы.
Ләкин бер аҙҙан бүлмә эсе һалҡынайҙы. Шәмдең ялҡыны үҙенән-үҙе тирбәлә башланы. Тәҙрәләр ябыҡ булһа ла, ишек яй ғына шығырҙаны.
— Көҙгөгә... ҡарағыҙ...
Көҙгөлә башта томан ғына күренде. Артабан ҡара шәле ябынған ҡарсыҡтың йөҙө әкренләп асыла башланы. Ул бер һүҙ ҙә әйтмәне. Тик ауыҙын яйлап ҡына йәйеп йылмайҙы.
Шул мәлдә шәм һүнде.
Ҡараңғылыҡ.
Бер нисә секундтан һуң беҙ утты ҡабыҙҙыҡ.
Көҙгө урынында ине.
Шәм дә урынында.
Ләкин өсөнсө ҡыҙҙың башы ап - аҡ ине...
Ул ҡыҙҙ шул төндән һуң аҡылға бер төрлөрәк булып ҡалды.
Был хәлдән һуң ауылда балалар башҡаса Пик дамаһын саҡырырға батырсылыҡ итмәне.
Ә мин әле лә төнгө сәғәт ун икенән һуң көҙгөгә оҙаҡ ҡарап торорға ҡурҡам...
Ни өсөн фән НЛО-ны етди өйрәнә башланы?
Оҙаҡ йылдар буйы НЛО тураһында етди ғалимдар һөйләшмәй, ә был күренеште фән өйрәнмәй тигән ҡараш йәшәне. Әммә хәҙер хәл үҙгәрҙе.
2026 йылдың июнендә АҠШ-тың Милли разведка директоры офисы Гарвард астрофизигы Ави Лоэбҡа билдәһеҙ аномаль күренештәрҙе өйрәнеү буйынса фәнни-консультатив совет ойошторорға тәҡдим итте.
Советҡа астрофизика, физика, биология, психология, инженерия, яһалма интеллект, океанография һәм фәлсәфә белгестәре инде. Лоэб был төркөмдө «донъяның күренекле ғалимдары һәм эксперттары йыйылған көслө команда» тип атаны.
Был үҙгәрештәр NASA-ның да яңы ҡарашын күрһәтә. Агентлыҡ НЛО-ны осраҡлы хәбәрҙәр түгел, ә фәнни ысулдар менән системалы өйрәнергә кәрәклеген белдерҙе.
2026 йылдың майында Пентагон war.gov/UFO сайтында йәшерен булған материалдарҙы баҫтыра башланы. Беренсе өлөштә 162 файл донъя күрҙе: 120 документ, 28 видео һәм 14 фото.
Йәшерен материалдар нимә күрһәтте?
Баҫтырылған документтар араһында 2015 йылда Техастағы Pantex ядро ҡоралы заводы өҫтөндә булған ваҡиға тураһында отчет та бар.
Унда һауа киңлегенә алмас формаһындағы билдәһеҙ объект килеп инеүе әйтелә. Ул тауыш сығармаған һәм хатта бинокль аша ҡарағанда ла күренгән двигатель эҙҙәре булмаған.
Архивта шулай уҡ 1997 йылда Аляска ярҙары янында теркәлгән осраҡ хаҡында мәғлүмәттәр бар. Сонар һәм радарҙар 120 метрҙан оҙонораҡ объектты теркәгән. Хәбәрҙәр буйынса, ул боҙ аҫтынан күтәрелеп, бер нисә секунд эсендә түбән орбитаға сыҡҡан.
NASA белдереүенсә, бындай күренештәрҙе өйрәнеү фәнни тикшеренеүҙәргә һәм аныҡ мәғлүмәттәргә генә нигеҙләнәсәк.
NASA вәкиле Джаред Айзекман былай тигән:
«Беҙ нимәне аныҡ беләбеҙ — шуны асыҡ әйтәсәкбеҙ. Ә нимәне әле аңларға һәм асырға кәрәк — уны ла йәшермәйәсәкбеҙ.»
Ни өсөн был мөһим?
НЛО-ны өйрәнеүҙең әһәмиәте шунда: һәр яңы яуап фән өсөн ҙур ҡиммәткә эйә.
Әгәр ҡайһы бер күренештәрҙе хәҙерге фән әле аңлата алмай икән, уларҙы өйрәнеү киләсәктә яңы асыштарға килтереүе мөмкин.
Тағы бер мөһим сәбәп бар. Донъя буйлап миллионлаған кеше аңлата алмаҫлыҡ күренештәрҙе күреүе тураһында хәбәр итә. Кем өсөндөр был ғәҙәти булмаған күҙәтеү генә, ә кем өсөндөр — тормошҡа ҡарашын үҙгәрткән ваҡиға.
Шуға күрә совет составындағы психологтар ҙа эшләй. Улар кешеләрҙең бындай күренештәрҙе нисек ҡабул итеүен, үҙ тәжрибәһен нисек аңлатыуын һәм ни өсөн күптәр был хаҡта һөйләүҙән тартыныуын өйрәнә.
Пентагон вәкилдәре лә бер нисә тапҡыр баҫым яһаны: баҫтырылған документтарҙа ысынлап та аңлатылмаған күҙәтеүҙәр бар, ләкин был уларҙың мотлаҡ Ерҙән ситтәге цивилизация менән бәйле булыуын аңлатмай.
AARO идаралығы ла әлегә ерҙән ситтәге йән эйәләре йәки технологиялары барлығын иҫбатлаған дәлилдәр юҡ, тип белдерә. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙың һаман да аңлатмаһы табылмаған.
Рәсми кешеләр нимә ти?
Пентагон вәкилдәре ҡабатлап белдерҙе: баҫтырылған материалдарҙа ысынлап та аңлатмаһы табылмаған күҙәтеүҙәр бар. Әммә был уларҙың Ерҙән ситтәге цивилизация менән бәйле икәнен иҫбатламай.
AARO етәксеһе Джон Кослоски былай тигән:
«Әлегә мин дә, башҡа белгестәр ҙә аңлата алмаған осраҡтар бар.»
Ави Лоэб етәкләгән фәнни советтың төп маҡсаты — иҫке хәбәрҙәрҙе тикшереү түгел, ә яңы, юғары сифатлы мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм анализлау. Ғалимдар киләсәктә ниндәй мәғлүмәттәр кәрәк буласағын да билдәләргә йыйына.
Документтарҙа шулай уҡ «Аполлон-11», «Аполлон-12» һәм «Аполлон-17» миссиялары тураһында яҙмалар бар. «Аполлон-17» астронавтары карап эргәһендә сағыу киҫәксәләр йәки объекттар күреүҙәре тураһында хәбәр иткән. Улар быны боҙ йәки буяу киҫәктәре булыуы мөмкин тип фаразлаған, ләкин бының аныҡ иҫбаты булмаған.
НЛО-ларҙың тәбиғәт күренешеме, яңы технологиямы йәки бөтөнләй икенсе нәмәме икәнлеге әлегә билдәһеҙ.
Ләкин бер нәмә асыҡ: бындай күренештәрҙе өйрәнеү — серҙе генә асыу түгел, ә фәнде үҫтереү, кешенең аңлата алмаҫлыҡ кисерештәрен яҡшыраҡ аңлау һәм һәр хәбәргә етди ҡараш булдырыу.
Ғалимдарҙың маҡсаты — фараздарға түгел, ә иҫбаттарға таяныу. Шуға күрә яңы мәғлүмәттәр йыйыла, заманса приборҙар ҡулланыла һәм һәр осраҡ мөмкин тиклем ентекләп тикшерелә.
НЛО тураһында һорауҙарға әле бөтә яуаптар ҙа табылмаған. Әммә фән был теманан ситләшмәй, киреһенсә, уны асыҡлыҡ, объективлыҡ һәм дәлилдәргә нигеҙләнеп өйрәнеүҙе дауам итә.
«Электро-Л» юлдашынан (Арктика) төшөрөлгән Ер фотоһы.
2026 йылдың 18 июле, 14:30.
Төнгө убыр һәм йоҡо фалижы
Төнгө убыр — күп халыҡтарҙың ышаныуҙарында осрай торған серле зат. Ул йоҡо фалижы менән бәйле тип иҫәпләнгән.
Йоҡо фалижы ваҡытында кеше уянып китә, әммә тәнен ҡуҙғата алмай. Шул саҡта күптәр янында ниндәйҙер яман зат торғанын йәки күкрәгенә баҫып ултырғанын тойған кеүек була.
«Төнгө төш» (кошмар) тигән һүҙ ҙә элек тап ошо күренеште аңлатҡан. Һәр халыҡтың был хәлгә һәм уны килтереүсе затҡа үҙ исеме булған.
Фән был күренеште йоҡо фазалары боҙолоуы менән аңлата. Шулай ҙа күп кешеләр әле лә ҡурҡыныс тойғолар кисерә һәм һаҡланыуҙы доғаларҙа, бетеүҙәрҙә йәки халыҡ йолаларында эҙләй.
Йоҡо фалижы нимә ул?
«Йоҡо фалижы» төшөнсәһе борон уҡ билдәле булған. Инглиз телендәге nightmare («төнгө төш») һүҙе лә тәүҙә тап ошо хәлде аңлатҡан.
Элек кешеләр был күренеште ендәр, шайтандар йәки башҡа серле заттар эше тип иҫәпләгән. Улар, йәнәһе, йоҡлаған кешенең күкрәгенә ултырып, уны ҡуҙғалырға ла, тын алырға ла ирек бирмәй.
Боронғо герман һәм скандинав халыҡтарында бындай зат мара тип аталған. Ошо исемдән һуңыраҡ инглиз телендәге nightmare һүҙе лә барлыҡҡа килгән, тигән ҡараш бар.
Төрлө халыҡтарҙағы ышаныуҙар
Скандинав риүәйәттәрендә мара — төндә кешеләрҙең йоҡоһона ингән серле ҡатын-ҡыҙ заты. Ул йоҡлаған кешенең күкрәгенә баҫып, ауыр төштәр күрһәтә.
Канада һәм АҠШ-тың ҡайһы бер төбәктәрендә лә төндә кешенең өҫтөнә баҫҡан сихырсы тураһында легендалар һаҡланған. Кеше ҡурҡыу менән уяна, тын алыуы ауырлаша һәм тәнен ҡуҙғата алмай.
Фиджи, Төркиә һәм башҡа илдәрҙә
Фиджи утрауҙарында йоҡо фалижы kana tevoro («демон баҫыуы») тип атала. Ҡайһы берәүҙәр был күренеште мәрхүм туғанының рухы менән бәйләй.
Албан халыҡ ышаныуҙарында был зат Мокти тип йөрөтөлә. Ул күберәк арыған кешеләргә күренә, тип иҫәпләнә. Унан һаҡланыу өсөн төрлө бетеүҙәр ҡулланылған.
Нигерияла был күренеште «арҡаға менгән шайтан» тип атайҙар.
Төркиәлә иһә ул Ҡарабасан исеме менән билдәле. Ышаныуҙар буйынса, был ен кешене ҡыҫып тота, хәрәкәтләнергә ирек бирмәй. Шуға күрә күптәр был ваҡытта Ҡөрьән сүрәләрен уҡырға кәңәш итә.
Таиландта йоҡо фалижын Пхи Ам исемле рух менән аңлаталар. Ҡайһы бер кешеләр хатта унан һуң тәндә күгәргән эҙҙәр ҡалырға мөмкин, тип иҫәпләй.
Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла
Ҡытайҙа йоҡо фалижын «тәнгә баҫҡан рух» тип атайҙар. Японияла ул канасибари исеме менән билдәле. Кореяла был күренеште «йоҡола ниндәйҙер көс баҫып тора» тип аңлаталар.
Монгол һәм Тибет халыҡтары ла йоҡо фалижын яуыз рухтар менән бәйләгән.
Камбоджа, Лаос һәм Таиландта йоҡлаған кеше эргәһендә йәки өҫтөндә өрәктәр күренә, тип ышаналар.
Хмонг халҡы риүәйәттәрендә даб цог исемле рух кешенең күкрәгенә баҫып, хатта быуырға ла мөмкин.
Вьетнамда был хәл «өрәк тотоуы» тип аңлатыла.
Филиппинда уны бангунгот менән бәйләйҙәр. Риүәйәт буйынса, был зат йоҡлаған кешенең күкрәгенә ултыра.
Малайзия һәм Индонезияла ла был күренеште яуыз көстәр эше тип иҫәпләйҙәр.
Көньяҡ Азия һәм Яҡын Көнсығышта
Кашмир риүәйәттәрендә йоҡо фалижын йортта йәшәгән күренмәгән зат менән бәйләйҙәр. Ул йорт тәртипһеҙ булғанда кешегә һөжүм итә, тип ышаналар.
Пакистанда был күренеште шайтан, ен йәки ифрит эше тип иҫәпләйҙәр.
Непалда баҫып тороусы өрәк тураһында легендалар һаҡланған, ә Һиндостандың ҡайһы бер төбәктәрендә был хәлгә үҙ исемдәрен биргәндәр.
Ғәрәп халыҡтарында йоҡо фалижы Джатум тип атала. Ышаныуҙар буйынса, ул кешенең күкрәгенә ултырып, тын алыуын ауырлаштыра.
Төрөктәр уны Ҡарабасан, фарсылар — бахтак, көрдтәр һәм пуштундар иһә башҡа исемдәр менән атай. Әммә бөтәһенең дә тасуирламаһы тиерлек бер үк: төндә кешене баҫып торған серле зат.
Ни өсөн бөтә халыҡтарҙа ла оҡшаш?
Ҡыҙығы шунда: төрлө халыҡтарҙа исемдәре төрлө булһа ла, был күренештең тасуирламаһы бик оҡшаш.
Кеше төндә кинәт уяна, әммә хәрәкәт итә алмай. Күкрәгенә нимәлер баҫып торғандай тойола, тын алыуы ауырлаша. Күптәр бүлмәлә ниндәйҙер ят заттың булыуын һиҙә йәки уны күргәндәй була.
Фән был хәлде йоҡо фалижы тип аңлата. Был ваҡытта мейе уяна, ә тән әле һаман йоҡо хәлендә ҡала.
Шуға ҡарамаҫтан, күп кешеләр өсөн был кисереш шул тиклем ысын кеүек тойола, хатта улар уны ғүмер буйы онота алмай.
Бәлки, ошо сәбәптән төрлө халыҡтар быуаттар буйы был күренеште ендәр, рухтар йәки башҡа серле заттар менән аңлатырға тырышҡандыр.
Йоҡо фалижы — медицина яҡшы өйрәнгән күренештәрҙең береһе. Ул йоҡо фазалары боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә һәм күп осраҡта хәүефле түгел.
Ләкин был хәлде кисергән кеше өсөн ул бик ысын кеүек тойола. Шуға күрә төрлө халыҡтар быуаттар буйы уны ендәр, өрәктәр, маралар йәки башҡа серле заттар менән аңлатҡан.
Бөгөн дә ҡайһы берәүҙәр был хәлдән һаҡланыу өсөн доға уҡый, бетеү йөрөтә йәки халыҡ йолаларына мөрәжәғәт итә, икенселәре иһә фәнни аңлатманы ҡабул итә.
Ҡайһыһы дөрөҫ икәнен һәр кем үҙе хәл итә. Әммә бер нәмә асыҡ: йоҡо фалижы — кешелеккә борондан таныш булған һәм төрлө мәҙәниәттәрҙә оҡшаш риүәйәттәр тыуҙырған иң серле күренештәрҙең береһе.
Башҡа заттар: паранормаль күренештәр артында кем йәшеренә?
1970 йылда Америка журналисы һәм аномаль күренештәрҙе өйрәнеүсе Джон Кил үҙенең «Троя аты» исемле китабында бөгөнгө көнгә тиклем бәхәстәр тыуҙырған ғәҙәти булмаған фараз тәҡдим итә.
Кил фекеренсә, серле ваҡиғаларҙың — билдәһеҙ осоусы объекттарҙы күҙәтеүҙән алып мифик йән эйәләре менән осрашыуға тиклем — сәбәбе алыҫ йондоҙҙар системаһынан килгән сит планеталылар түгел, ә ул ультратеррестриалдар тип атаған башҡа үлсәмдәрҙә йәшәүсе заттар.
Рус телендә был термин киң таралмаған, әммә уның мәғәнәһе аңлайышлы: һүҙ беҙҙең менән параллель рәүештә икенсе ысынбарлыҡта йәшәгән, ләкин ваҡыт-ваҡыт беҙҙең донъя сиген киҫеп сыҡҡан йән эйәләре тураһында бара.
Был заттар космос киңлектәрендә йыһан караптарында сәйәхәт итмәй. Улар һәр ваҡыт Ерҙә булған, әммә кеше ҡабул итә алмаҫлыҡ форма һәм халәттә йәшәй.
Ике үлсәмле йән эйәһе өс үлсәмле объектты тулыһынса күрә алмауы кеүек, кеше лә был заттарҙың булмышының тик айырым өлөштәрен генә һиҙә ала: күктәге аңлатылмаған уттарҙы, формаһын үҙгәрткән сәйер һындарҙы, сығанағы билдәһеҙ тауыштарҙы.
Хәҙерге физика ла бындай фараздар өсөн ҡайһы бер нигеҙҙәр килтерә. Физикалағы төп концепцияларҙың береһе булған ҡылдар теорияһы (теория струн) беҙҙең ҡабул итеүебеҙҙән йәшерен булған күп һанлы үлсәмдәрҙең булыуын кире ҡаҡмай.
Ғаләмдең яҡынса 27 процентын тәшкил иткән ҡара матдә күренмәй һәм туранан-тура күҙәтелмәй, әммә ул күренгән объекттарға гравитацион йоғонто яһай.
Квант бәйләнеше (квант запутанлығы) иһә киҫәксәләрҙең аралары ни тиклем алыҫ булһа ла үҙ-ара бәйләнештә була алыуын күрһәтә. Был ҡайһы берәүҙәргә башҡа донъяларҙағы заттар менән бәйле тигән фараздарҙы хәтерләтә.
Был гипотезаның билдәле яҡлаусыларының береһе — француз астрофизигы һәм уфологы Жак Валле.
Ул үҙенең «Магонияға паспорт» исемле китабында башҡа үлсәмдәрҙәге заттар кешелекте бөтә тарихы дауамында оҙатып килгән, тип яҙа.
Төрлө дәүерҙәрҙә һәм төрлө мәҙәниәттәрҙә улар кешеләргә рухтар, фәрештәләр, ен-пәрейҙәр, феялар йәки эльфтар булып күренгән. Валле фекеренсә, былар кешенең донъяға ҡарашын формалаштырыу өсөн төрлө ҡиәфәткә ингән бер үк күренештәр.
Уның әйтеүенсә, билдәһеҙ осоусы объекттар (НЛО) — бары тик ябай маскировка ғына. Улар артында кеше аңына һәм хатта тарихҡа йоғонто яһаусы күпкә ҡатмарлыраҡ система йәшеренгән.
Джон Кил да ошоға оҡшаш фекерҙәрҙе «Кеше-күбәләк хаҡындағы пәйғәмбәрлектәр» исемле китабында үҫтерә.
Ул Көнбайыш Вирджинияла күпер емерелер алдынан күренгән сәйер зат тураһында йөҙәрләгән шаһитлыҡ йыйған һәм был билдәһеҙ хайуан түгел, ә уны күргән кешегә һәм ваҡытҡа ҡарап үҙ ҡиәфәтен үҙгәртеүсе ниндәйҙер асыл, тигән һығымтаға килгән.
Кил фекеренсә, бындай күренештәр кешеләргә тәьҫир итеүгә йүнәлтелгән ҙур программаның бер өлөшө, ә диндәр, мифтар һәм хатта кешеләрҙе сит планеталылар урлауы тураһында хәҙерге хәбәрҙәр ҙә — шул уҡ күренештең төрлө сағылыштары ғына.
Башҡа үлсәмдәрҙәге заттар тураһында гипотезаны скептиктар тәжрибә менән иҫбатланған дәлилдәр булмауы өсөн тәнҡитләй.
Шулай ҙа был һорауҙы ҡуйыу үҙе үк мәсьәләгә икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә. Әгәр бындай заттар ысынлап та бар икән, улар физиканың беҙгә таныш булған ҡанундарына буйһонмаҫҡа мөмкин. Тимәк, уларҙы матди донъяны өйрәнеү өсөн ҡулланылған ғәҙәти ысулдар менән асыҡлау мөмкин түгел.
Был заттар беҙҙең аңлауҙа матди эҙҙәр ҡалдырмай, ә кешеләр менән бәйләнештәре аң кимәлендә генә бара. Шуға күрә уларҙы традицион фән алымдары менән өйрәнеү ғәмәлдә мөмкин түгел тип иҫәпләнә.
Шулай ҙа быуаттар буйына йыйылған шаһитлыҡтар һаны шул тиклем күп, уларҙы бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырыу ҙа еңел түгел.
Дини күренештәр, фольклорҙағы заттар менән осрашыуҙар, кешеләрҙең урланыуы тураһында хәбәрҙәр һәм билдәһеҙ осоусы объекттарҙы күҙәтеүҙәр — быларҙың барыһы ла оҡшаш кисерештәрҙе тасуирлай: кемдеңдер яҡында булыуын тойоу, ваҡытты юғалтыу, аң өҫтөнән сит көстөң контролен һиҙеү.
Төрлө халыҡтарҙа һәм төрлө дәүерҙәрҙә был ваҡиғаларҙың оҡшаш булыуы уйланырға мәжбүр итә: бәлки, был күренештәрҙең барыһы ла беҙҙең аңлау мөмкинлегенән ситтә булған бер үк сығанаҡ менән бәйлелер.
Шулай итеп, башҡа үлсәмдәрҙәге заттар тураһында гипотеза — хәҙерге мәҙәниәттәге иң ғәҙәти булмаған һәм бәхәсле фекерҙәрҙең береһе.
Уның әлегә һуңғы һәм бәхәсһеҙ иҫбаттары юҡ. Әммә был гипотезаның бер өҫтөнлөгө бар: ул башҡа теориялар аңлата алмаған ҡайһы бер күренештәрҙе аңлатырға тырыша.
Бәлки, беҙҙең эргәлә кем йәки нимә йәшеренгән тигән һорауға яуап йыһандың тәрәнлегендә түгелдер, ә беҙҙең менән йәнәшә йәшәгән икенсе ысынбарлыҡталыр.
Әгәр был шулай икән, ундай заттар менән осрашыу ваҡыт мәсьәләһе генә түгел, ә ҡабул итеү һәм аңлау мөмкинлеге мәсьәләһе лә булыуы ихтимал.
Евразия ҡитғаһында башҡорттар иң боронғо халыҡтарҙың береһе. Тарихты сәйәсәт менән бутамаған, уны ғәҙел өйрәнгән һәр профессиональ тарихсы быны күрә һәм билдәләп китә. Бик боронғо дәүерҙәрҙән беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килеп еткән халҡыбыҙҙың яҙмышы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс, аяныслы ла.
Нимә генә күрмәгән ул. Рәсәйгә ҡушылғандан алып урыҫ алып барған бер яу, һуғыш-талаш башҡортһоҙ үтмәгән. Беҙ быны әле әҙ-мәҙ булһа ла беләбеҙ. Әммә беҙҙең халыҡтың Рәсәй тарихына индергән өлөшө тик һуғыш менән генә сикләнмәй. Рәсәй тигеҙлектәренән күсенеп килгән тау күрмәгән урыҫтарҙы Уралдың таулы райондарында хужалыҡ итеү ысулдарына беҙҙең халыҡ өйрәтә. Әлбиттә, ул үҙе лә урыҫтан ниҙер өйрәнә, нимәләрҙелер отоп алып, үҙ хужалығында ҡуллана. Был бөтә донъяла шулай. Халыҡтар бер-береһенән бер туҡтауһыҙ өйрәнәләр. Мәҫәлән, хәҙер бөтә донъяға таралған картуф, кукуруз, помидорҙы халыҡтар Америка индеецтарынан үҙләштергән икәне билдәле.
Халыҡтарҙың бер-береһенән өйрәнеүенең һөҙөмтәһенә бер ҡыҙыҡ, әммә бигүк билдәле булмаған бер миҫал. Беҙ бөтәбеҙ ҙә "Урыҫ самауыры" һанап йөрөгән сәй ҡайнатыу ҡорамалының Рәсәйҙә таралып китеүе башҡорттар менән бәйле икәнен күбебеҙ белмәйҙер ҙә. Хатта башына ла индереп сығармайҙыр. Ә был ысынлап та шулай. Рәсәйҙәге беренсе самауырҙы Уралда, ғәйнә башҡорттары ерҙәрендә төҙөлгән Ирген заводында, ә аҙаҡтан Соҡсон заводында эшләй башлайҙар.
Ә эш былай була. Урал заводтарының хужаһы В.Н.Татищев Ирген заводы эшселәренән махсус артель төҙөй, ә был артелдекеләр үҙҙәренә бол туплау маҡсатында урындағы халыҡтың - башҡорттарҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнә. Ошондай бер талау ваҡытында урыҫ эшселәренең ҡулына быға тиклем улар ғүмерҙә күрмәгән ҙур ҡорһаҡлы сәйер бер ҡорамал килеп эләгә. Был башҡорттарҙың һыу ҡайнатыу ҡорамалы була.
Ирген заводы приказчигы Родион Набатов тигән берәү был ҡорамалды күпләп етештереүҙе ойоштора. Шулай итеп, беҙ хәҙер бөтәбеҙ ҙә "урыҫ самауыры" тип белгән сәй ҡайнатыу ҡорамалы бөтөн Рәсәйгә таралып китә. Аҙаҡ Невьянск заводы хужалары Демидовтар Набатовты төрлө ташламалар менән әүрәтеп, үҙҙәренә эшкә саҡыралар һәм Набатов самауырҙы Демидовтарҙың Соҡсон заводында эшләй башлай. Демидовтар Тула ҡалаһы кешеләре була. Улар менән самауыр Тулаға барып эләгә. Хәҙер инде самауырҙы Тулала күпләп эшләй башлайҙар һәм хәҙер бөтә донъяға таралған "Тула самауырҙары" барлыҡҡа килә.
Шулай итеп, "урыҫ самауыры" тигән ҡорамалдың донъяға таралыуына ла башҡорттар сәбәпсе булып сыға. Ҙур ҡорһағында "Ирген заводы. 1741 йыл" тигән яҙыулы самауыр иң боронғо Рәсәй самауыры һанала. Ә был самауыр башҡорттарға Ҡытайҙан килеп эләккән була. Рәсәйҙә күпләп етештерелә башлағандан һуң да әле, сауҙа йәки икенсе берәй донъя мәшәҡәттәре менән барып сыҡҡандарында башҡорттар самауырҙы Ҡытайҙан, Ирандан алып ҡайтыр булған.
Самауырҙы урыҫтарға тиклем күпкә алдараҡ шулай уҡ Иранда ла эшләгәндәр. Был турала беҙҙең көндәргә килеп еткән тарихи сығанаҡтарҙа мәғлүмәттәр һаҡланған. Ҡытай, Иран самауырҙарының көнсығыш халыҡтарына ғына хас оригиналь формалары ылыҡтырғандыр алыҫ ерҙән самауыр ташырға. Билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың олатаһы тураһында һөйләгән бер мәғлүмәте иғтибарға лайыҡ. Уның ата-бабаларының 19-сы быуатта йәшәгән береһе - Ниғмәтулла Саньяров Ҡытайға йөрөгән һәм унан ике еҙ самауыр алып ҡайтҡан булған. Хатта Ҡытайҙан бер ҡыҙ алып ҡайтып, мулла саҡыртып, уға Шөкөрбикә тигән исем ҡуштырып, кәләш итеп алып, теттереп донъя көтөп ятҡан ул үҙ заманында. Тимәк, беҙҙең халыҡ элек-электән Ҡытай, Иран менән сауҙа итеп, унан төрлө тауар, шул иҫәптән самауырҙар ҙа ташыуы бер ҙә аптырарлыҡ, булмаҫ хәл түгел. Тик шуныһы үкенеселе: был һыу ҡайнатыу ҡорамалын башҡорттар нисек атаны икән? Бәлки, ул "баҡырса" тип аталғандыр? Минең тыуған яҡтарымда сәйнүкте, ниндәй материалдан эшләнеүенә ҡарамаҫтан, "баҡырса" ти торғайнылар, сөнки улар элек баҡырҙан, еҙҙән яһалған булған. Самауырҙың да сәйнүк кеүек үк шул уҡ һыу ҡайнатыу ҡорамалы икәнен иҫтә тотҡанда, баҡырса тип аталыуы бик тә ихтимал. Әммә был тик фараз ғына.
Зәкирйән ӘМИНЕВ,
тарихсы.